Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән “Сәләмәтлек һуҡмағы”н асыу тантанаһы үтте.
Һуҡмаҡ 2022 йылда Кооператив урамындағы быуаны төҙөкләндереүҙең һуңғы аҙымы булды. Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә быуа танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Йәйәүлеләр өсөн тротуар плитәләре һалынған юл хәҙер һыу ятҡылығын уратып биләй, ә уның буйлап яҡтыртыу фонарҙары һәм ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Иҫке ташландыҡ шишмә таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән, шулай уҡ яңы балалар спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән.
Быйыл йәй һыу ятҡылығы янындағы урман массивы аша сәләмәтлек һуҡмағы һалынды. Уның оҙонлоғо бер километр самаһы тәшкил итә. Эш барышында ҡарт ағастар ҡырҡылған, тамырҙар ҡуптарылған, юл япмаһы түшәлгән һәм бордюр таштары ҡуйылған. Таш түшәү саф һауала йөрөү өсөн уңайлы киңлек булдырыуҙы тамамлай. Ә яңы яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар был урынды ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн тағы ла күркәмерәк итә.
“Сәләмәтлек һуҡмағы” бөтә йәштәге кешеләр өсөн – ололар ҙа, кеселәр ҙә – саф һауа менән ләззәтләнә, туғандары һәм яҡындары менән ваҡыт уҙғара, шулай уҡ үҙҙәренең һаулығы тураһында хәстәрлек күрә алырлыҡ майҙансыҡҡа әүерелер, тип ышаналар Ҡыйғы районы хакимиәтендә.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.