Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Сентябрь , 14:50

Йөрәгеңде тыңла, баш менән эш ит

Республикала “Йөрәккә яуаплы мөнәсәбәт аҙнаһы” башланды.

Йөрәгеңде тыңла, баш менән эш ит
Йөрәгеңде тыңла, баш менән эш ит

Рәсәйҙә Бөтә донъя йөрәк көнө айҡанлы “Йөрәккә яуаплы мөнәсәбәт аҙнаһы”үткәрелә.

 Ябай ғына кәңәштәр ярҙамында күп кенә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртергә йәки уларҙың хәүефен кәметергә мөмкин. Дөрөҫ туҡланыу, туйындырылған майҙарҙы, шәкәрҙе һәм тоҙҙо аҙ ҡулланыуйөрәк сирҙәре хәүефен һиҙелерлек кәметә. Рационға йәшелсә, еләк-емеш, сәтләүек һәм балыҡ аҙыҡтарын индерергә кәрәк, тип кәңәш бирә табиптар.

 Әүҙем йәшәү рәүеше, даими физик көсөргәнеш йөрәкте һәм тамырҙарҙы нығытырға ярҙам итә. Иртәнге зарядка, саф һауала йөрөү, бассейнда йөҙөү һәм башҡа шөғөлдәр һаулыҡ өсөн файҙалы.

Тәмәке тартыуҙың йөрәк сирҙәре хәүефен арттырыуы билдәле. Вэйп һәм кальяндар ҙа организм өсөн зарарлы.

 Стрестар йөрәккә  насар тәьҫир итә. Тыныслыҡты, хис-тойғолар тигеҙлеген һаҡлау мөһим. Арып-талмау өсөн көн режимын һаҡлағыҙ, ваҡытында ял итегеҙ, йоҡоғоҙ тулы һәм тәрән булһын.

Һеҙҙең һәм йөрәгегеҙ өсөн мөһим һандар бар. Тән массаһы индексы 18,5-24,9, бил әйләнәһе ир-ат өсөн – 102, ҡатын-ҡыҙ өсөн 88 сантиметр  булырға тейеш. Шулай уҡ ҡандағы глюкоза һәм холестерин кимәлен күҙәтеп тороу мөһим.

 Ҡан баҫымын даими рәүештә контролдә тотоғоҙ, тип кәңәш бирә белгестәр. Нормала ул 140/ 90 кимәленән артмаҫҡа тейеш. Диспансерлаштырыу һәм медицина иҫкәртеүе саралары хәүефле сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк. Йөрәк хаҡында даими хәстәрлек күрегеҙ,  сөнки ул һеҙ ял иткәндә лә туҡтауһыҙ эшләүен дауам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас: