Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Сентябрь , 14:52

Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа 150 урынлыҡ балалар поликлиникаһы төҙөлә башланды. 

Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә
Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа 150 урынлыҡ балалар техникаһы төҙөлә башланды. 

- Асҡарҙа йәшәүселәр үҙәк район дауаханаһына күрше булып ҡалҡасаҡ яңы балалар поликлиникаһын түҙемһеҙләнеп көтә. Был объектты 2025 йылда файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ. 2024 йыл аҙағына республикала 17 социаль объектты файҙаланыуға тапшырабыҙ. Улар араһында медицина, белем биреү һәм мәҙәни ойошмалар бар, - тип белдерҙе республиканың архитектура һәм төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Асҡарҙағы объект иһә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға  (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы алып барыла. Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”), “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекттары бурыстарын да тормошҡа ашыра.

Бинаның дөйөм майҙаны дүрт меңдән ашыу квадрат метр тәшкил итә. Төҙөлөш майҙансығында 40 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителгән. Яңы медицина ойошмаһында ҡабул итеү боксы, амбулатор ҡабул итеү кабинеттары, ашығыс медицина ярҙамы блогы, шулай уҡ көндөҙгө стационар барлыҡҡа киләсәк.

Төҙөлөш заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Генерапль подрядсы – “БИЛД” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/659102/ 

Автор:
Читайте нас: