Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Сентябрь , 15:05

Тағы ете ойошма өҫтәлде

Элек 204 ойошма тап ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнде.

Тағы ете ойошма өҫтәлде
Тағы ете ойошма өҫтәлде

2024 йылдың ғинуарынан август айына тиклемге арала Берҙәм лицензиялар реестрына лаборатор диагностика буйынса тәү тапҡыр лицензия алған ете медицина ойошмаһы өҫтәлде. Элек 204 ойошма тап ошо эшмәкәрлек менән шөғөлләнде.

– Лаборатор диагностика бик мөһим медицина тармағы ул. Уның оҙайлы үҫеш тарихы бар. Клиник лаборатор диагностика һаулыҡ һаҡлауға дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн объектив диагностик мәғлүмәттең 70 процентын бирә, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Был эш төрө тәүге табип ярҙамы, махсус медик-санитар ярҙам, юғары технологиялы, ашығыс, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауаһы күрһәтелгәндә ойошторола. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыу эше күпкә еңелләштерелде. 15 көн эсендә уны рәсмиләштерергә мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:
Читайте нас: