Йәштәр үҙәге белгестәре «Беҙ бергә» ирекмәндәр хәрәкәте волонтерҙары менән берлектә Яңы Балтас ауылы яғына юл буйында урынлашҡан Мусакүл шишмәһе биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Экологик акцияның маҡсаты шишмә биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу ғына түгел, ә граждандарҙың экологик мәҙәниәтен тәрбиәләү, экология, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәсьәләләренә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү ине.
«Быйыл сүп-сарҙың уҙған йылға ҡарағанда аҙыраҡ булыуын билдәләргә кәрәк. Район халҡы, айырыуса йәш быуын таҙалыҡҡа битараф булмаҫ, шишмәләрҙең, йылға буйҙарының, ял итеү урындарының бысраныу проблемаһынан ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Сөнки тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт һинең тыуған яғыңа һөйөүең тураһында һөйләй», - тип билдәләне Саҡмағош районы хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитетының әйҙәүсе белгесе Айһылыу Хәлитова.
«Экология» милли проекты (национальный прект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен бөтөнләй кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.