9 сентябрҙән 17-һенә тиклем Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында «Педагог-психолог-2024» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы уҙҙы. Конкурста республиканың 6 районынан һәм 6 ҡалаһынан 13 педагог-психолог ҡатнашты. Төбәк этабында Өфө районы Булгаков ауылы лицейының педагог-психологы Морева Елена Владимировна еңеү яуланы.
Елена Владимировна 2024 йылдың 30 сентябренән 4 октябренә тиклем Мәскәүҙә «Педагог-психолог-2024» һөнәри оҫталыҡ конкурсының федераль этабында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.
Лауреаттар түбәндәгеләр:
Аҡбирҙина Ильвира Фәтих ҡыҙы - Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәп-интернаты педагог-психологы;
Шкуратова Лилиә Мәғсүм ҡыҙы - Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе педагог-психологы;
Лузянина Инна Сергеевна - Благовещен ҡалаһының «Йылмайыу» 1-се балалар баҡсаһының педагог-психологы;
Миңлеғәлиева Лиана Тәлғәт ҡыҙы - Өфө ҡалаһының «Ғаилә» үҙәге педагог-психологы;
Михонова Юлия Николаевна - Октябрьский ҡалаһының 9-сы мәктәбе педагог-психологы.
Еңеүсене ҡотлайбыҙ һәм конкурстың федераль этабында уңыштар теләйбеҙ!
Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.