Башҡортостан Республикаһының Учалы районы музейында селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Был сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Осрашыуҙың төп идеяһы республика халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү ине. Был оҫталыҡ дәресе иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһенә – төбәк биләмәһендә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың Милли кейеме көнөнә арналды.
Сара башында ҡатнашыусылар башҡорт түшелдеректәренең төрҙәре: яға, хәситә, селтәр, һаҡал тураһында ҡыҙыҡлы лекция тыңланы. Түшелдерек байрам һәм көндәлек тормошҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе булып тора. Үҙ ваҡытында башҡорт милли биҙәүестәре талисман, һаҡсы булып хеҙмәт иткән, ырыу, ғаилә статусы күрһәткестәре булған.
Ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре сифатында түшелдеректәр, хәситә һәм муйынсаҡтар иң үҙенсәлеклеләре булған. Түшелдеректәрҙе тығыҙ туҡыманан теккәндәр, уларға мәрйен, сәйлән, ҡабырсаҡ-каурь, тәңкә, сылбыр, ҡыңғырау теккәндәр. Уларҙан төрлө биҙәктәр эшләгәндәр. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар, художестволы фантазия күрһәтеп, бындай биҙәүестәрҙе эшләй алған.
Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙың танышыу, башҡорт костюмының төрлө элементтары менән фотоға төшөү, кейем бесеү һәм үҙҙәре түшелдеректе тегеп ҡарау мөмкинлеге булды.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Учалы районы хакимиәте.