Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Сентябрь , 14:45

“Эшҡыуарлыҡ әлифбаһы” программаһы тамамланды

Уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн был ҙур ярҙам.

“Эшҡыуарлыҡ әлифбаһы” программаһы тамамланды
“Эшҡыуарлыҡ әлифбаһы” программаһы тамамланды

Өфөлә “Эшҡыуарлыҡ әлифбаһы” тип аталған бушлай белем биреү курсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса корпорация программаһына ярашлы башҡарыла.

-Был программа бизнестың көслө һәм йомшаҡ яҡтарын асыҡларға, артабанғы үҫеш картаһын әҙерләргә ярҙам итә, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләгән тыңлаусыларҙың әүҙем берләшмәһен булдырырға этәргес бирә, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Был курс дүрт көн дауам итте. Был ваҡыт эсендә ҡатнашыусыларға эшҡыуарға уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн кәрәк булған төп һәләттәр тураһында һөйләнеләр, бизнес идеяларҙың отошлоғон анализларға, маҡсатлы аудиторияны билдәләргә, маркетинг планы төҙөргә ярҙам иттеләр. Курс үтеү тураһында сертификаттарҙы Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Бөрөнән, Ишембайҙан, Өфө районынан 13 кеше алды.  

 - “Эшҡыуарлыҡ әлифбаһы” программаһында ҡатнашыусылар – үҙ эшен асырға әҙер булған сағыу кешеләр. Был курс идеяны проектҡа тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк, яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға кәрәкле белем нигеҙен бирәсәк. Проектҡа республиканың алыҫ ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡушылыуы һөйөнөслө, - ти бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса корпорация бизнес-тренеры Айгөл Хәбибрахманова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа үҫештең төрлө этаптарында – старт идеяһынан башлап киңәйеүгә һәм экспортҡа сыҡҡанға тиклем булышлыҡ итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас: