Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
18 Сентябрь 2024, 09:15

Дәүләт ярҙамы компанияға үҫеү мөмкинлеге бирә

Ағиҙелдә дәүләт ярҙамы менән медицина һәм ортопедия әйберҙәре һатыу өлкәһендә бизнес уңышлы эшләй.    

Дәүләт ярҙамы компанияға үҫеү мөмкинлеге бирәДәүләт ярҙамы компанияға үҫеү мөмкинлеге бирә
Дәүләт ярҙамы компанияға үҫеү мөмкинлеге бирә

“Оптика йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Ағиҙел ҡалаһы баҙарында 2015 йылдан эшләүсе һәм әүҙем үҫешеүсе уңышлы компания. Компания эшмәкәрлегенең төп төрө – медицина һәм ортопедия әйберҙәрен берәмләп һатыу.

2023 йылда компания “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә дәүләттән финанс ярҙамы алды. Финанс ярҙамы менән компания күсемһеҙ милек һатып алыуға сығымдарҙы өлөшләтә ҡапланы.

“Оптика йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, яңы сауҙа үҙәге һатып алыу һәм үҫтереү менән, үҙенең эшмәкәрлеген, тәҡдим ителгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр ассортиментын киңәйтеп, әүҙем үҫешеүен дауам итә. Компания үҙ клиенттарының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә тырыша, уларға арзан хаҡҡа сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итә. “Ренессанс” сауҙа үҙәген һатып алыу һәм финанс ярҙамы менән компания яңы мөмкинлектәргә эйә булды. Был компанияға эшмәкәрлегенең географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе.

Компания шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән социаль проекттарҙа һәм хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, “Оптика йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ төбәген үҫтереүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас