Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2024, 14:29

Тәүге медицина ярҙамы яҡыная бара

Шихан ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Тәүге медицина ярҙамы яҡыная бара
Тәүге медицина ярҙамы яҡыная бара

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ районының Шихан ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

 Яңы ФАП заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пунктта фельдшер, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе бар.

– Ауылдарҙа яңы ФАПтар асылыуы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, пациенттар өсөн дә мөһим ваҡиға. Хәҙер медицина ярҙамы ауылдаштар өсөн уңайлыраҡ һәм сифатлыраҡ буласаҡ, – тине һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, тантанала сығыш яһап.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-13/t-ge-meditsina-yar-amy-ya-ynaya-bara-3928395 

Автор:
Читайте нас: