Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
13 Сентябрь 2024, 04:17

Ике йылға бер тапҡыр үтер кәрәк

Мәләүез дауаханаһында яңы маммограф ҡуйылды. 

Ике йылға бер тапҡыр үтер кәрәкИке йылға бер тапҡыр үтер кәрәк
Ике йылға бер тапҡыр үтер кәрәк

Мәләүез үҙәк район дауаханаһында яңы маммограф эшләй башланы. Заманса ҡорамалдар ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ҡуйылған.

Хәҙер пациенттарҙы тикшереү һанлы форматта үткәрелә, был тикшереү процесын тиҙләтергә һәм яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш. Яңы һанлы аппарат табиптарға һөт биҙҙәре ауырыуҙарына сифатлы диагностика үткәрергә, төрлө патологияларҙы, шул иҫәптән шештәрҙе ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк. Һанлы маммографтың төп өҫтөнлөгө – тикшереү ваҡытында пациентҡа кәметелгән нур көсөргәнеше һәм процедура 10 минуттан артмаҫҡа тейеш. 

Табиптар әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырыуҙар һәм үлем структураһында һөт биҙҙәрендәге яман шеш төп онкопатология булып ҡала. Ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау өсөн 40 йәштән өлкән ҡатындар кәмендә ике йылға бер тапҡыр маммография үтергә тейеш. Диагностика бушлай, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса уҙғарыла. Бының өсөн участка терапевынан йәки тар профилле белгестән маммографияға йүнәлтмә алырға кәрәк.

Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Мәләүез районы хакимиәте.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-13/ike-yyl-a-ber-tap-yr-ter-k-r-k-3927553 

Автор:
Читайте нас