Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
13 Сентябрь 2024, 04:45

Балаларға яңы мөмкинлектәр асыла

Шишмә районында милли проект ярҙамында яңы “Үҫеш нөктәләре” асылды.

Балаларға яңы мөмкинлектәр асылаБалаларға яңы мөмкинлектәр асыла
Балаларға яңы мөмкинлектәр асыла

Шишмә районы Иҫке Муса һәм Енғалыш ауылдары мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә булдырылған “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлешле белем биреү үҙәктәрен асыу тантанаһы үтте.

Уны асыу тантанаһына Шишмә районының мәғариф идаралығы начальнигы Зилә Ямалетдинова, Шишмә районының “Үҫеш нөктәһе” проектының муниципаль координаторы Әлфиә Бадранова, Енғалыш ауыл советы ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Илвир Юнысов саҡырылғайны. Ҡунаҡтар уҡыусыларға фән өлкәһендә мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен һәм мәктәп коллективына ижади уңыштар теләне. “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ҡунаҡтары өсөн танышыу экскурсияһы ойошторолдо, унда улар тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса лабораторияларҙы күрә алды.

–  Ошо үҙәк ярҙамында белем биреүсе мәктәптәр төрлө яҡлап үҫешә, үҙҙәре өсөн яңы белем офоҡтары аса аласаҡ. “Үҫеш нөктәләре”нең эше уҡыусыларға сифатлы заманса белем биреү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтер, балаларҙа заманса технологик һәм тәбиғи-ғилми күнекмәләр әҙерләргә ярҙам итер тип ышанабыҙ. Уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ! Бары тик алға һәм бары тик бергә! – тип билдәләне Шишмә районының мәғариф идаралығы начальнигы Зилә Ямалетдинова.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Шишмә районы хакимиәте.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-13/balalar-a-ya-y-m-mkinlekt-r-asyla-3927546 

Автор:
Читайте нас