Лизинг финанслауы һөҙөмтәһендә Goldy Glamp глэмпингы дизель электр станцияһын һатып ала алды, ул ҡунаҡтарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирҙе. Финанслау суммаһы 720 мең һум тәшкил итте, лизинг срогы - 13 ай. Лизинг ярҙамы төбәктә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектын (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә күрһәтелде.
- Башҡортостан йылдан-йыл туристарҙы йәлеп итә бара, шул иҫәптән быға республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғыстары ла булышлыҡ итә. Туристик бизнес өсөн байтаҡ адреслы ярҙам саралары ҡаралған. Улар иҫәбендә - кредит биреү, модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн субсидиялар, «Агротуризм» гранты. Шулай уҡ төбәктең бизнесҡа ярҙам итеү институттары лизинг ярҙамы һәм займдар бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Goldy Glamp ҡала яны клубы Өфөнән 100 км алыҫлыҡта – Нуриман районының Ҡыҙыл шишмә ауылында урынлашҡан.
- Төбәк лизинг компанияһының бурысы - эшҡыуарҙарға уларҙың башланғыстары аныҡ ғәмәлдәргә күсһен өсөн шарттар булдырыу: яңы инфраструктура объекттары асыу, яңы продукция сығарыу, етештереү күләмдәрен арттырыу, хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу, - тип аңлатма бирҙе Төбәк лизинг компанияһының генераль директоры Азат Хәйруллин.
Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.