Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Август 2024, 10:43

Милли проекттарҙың ярҙамы тос

Яңынан-яңы  объекттар төҙөлөүе ошо турала һөйләй

Милли проекттарҙың ярҙамы тосМилли проекттарҙың ярҙамы тос
Милли проекттарҙың ярҙамы тос

Былтыр республикабыҙҙа милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡса 1,5 тапҡырға артҡан – 26,2 миллиардтан 40,4 миллиард һумға тиклем күбәйгән. Федераль финанслау 1,9 тапҡырға үҫкән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдерҙе:

-  Рәсәй Президенты башланғысы менән булдырылған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Башҡортостан Хөкүмәте ҙур иғтибар бирә. 2018 йылда ҡабул ителгән 13 милли проект быйыл үҙ эшен тамамлай. Февраль айында Владимир Путин 2030 йылға тиклем тағы ла бер нисә яңы милли проект тормошҡа ашырыласағы тураһында белдерҙе. Улар киләһе йылда эш башлаясаҡ. Пандемия, махсус хәрби операция башланыуы милли проекттарҙы финанслауҙы кәметә, тигән фекер менән дә осрашырға тура килде. Был дөрөҫлөккә тап килмәй. Былтыр милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡса республикала 1,5 тапҡырға артты – 26,2 миллиард һумдан 40,4 миллиардҡа тиклем күбәйҙе. Федераль финанслау 1,9 тапҡырға үҫте. Беҙ Өфөлә һәм Әбйәлил районында 400 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһы, баш ҡалабыҙҙа ябыҡ футбол манежы һәм ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы  төҙөүгә өлгәштек. “Мәғариф” милли проекты буйынса 2019 йылдан 15 мең уҡыу урынына иҫәпләнгән 29 мәктәп файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың 9-ы балалар баҡсаһы менән берләштерелгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Өфөнөң Затон микрорайонында балалар онкологияһы һәм гематологияһы республика үҙәге, Баймаҡта, Дүртөйлөлә, Ҡырмыҫҡалыла, Мәсәғүттә, Туймазыла  балалар поликлиникалары асылыуы ла мөһим ваҡиға булды. Быйылға маҡсат – “Кванториум” өс балалар технопаркын,  14 мәҙәниәт объектын булдырыу, 9 мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу, республиканың “Именлек” геронтология үҙәге өсөн корпус төҙөү, Кушнеренкола поликлиника асыу. Вуз-ара студенттар кампусының икенсе этабын төҙөү ҙә әүҙем бара.

2025 йылдан илебеҙ милли проекттарҙың яңы этабын тормошҡа ашыра  башлай, - тиелә яҙмала.

 фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-16/milli-proekttar-y-yar-amy-tos-3887785 

Автор:
Читайте нас