Архангел районында Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса упономоченныйҙың йәмәғәт ярҙамсылары өсөн республика семинар-практикумы үтте. Был сара сиктәрендә муниципаль берәмектәрҙә эшҡыуарҙарҙың законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса комплекслы уҡыу ойошторолдо.
- Йәмәғәт ярҙамсылары Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың хоҡуҡ яҡлау экосистемаһының мөһим терәге булып тора. Уларҙың профессионализмы, әүҙемлеге мөһим. Йәмәғәт ярҙамсылары юридик яҡтан белемле булһын өсөн даими рәүештә улар өсөн уҡыуҙар үткәрәбеҙ. Был сара “Бизнесҡа хоҡуҡ” проекты сиктәрендә уҙғарыла, – тине бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова.
Башҡортостандың бухгалтерҙар ассоциацияһы вәкиле Әлфиә Килдебаева бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн һалым ҡануниәтендәге төп яңылыҡтарҙы аңлатты, уның буйынса үҙенең тәҡдимдәрен әйтте. Ер-милек мөнәсәбәттәре өлкәһендәге эксперт Екатерина Малахова был тармаҡтағы үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Юридик ойошмаларҙың банкротлығы темаһын эксперт Евгений Краснов асты. Спикерҙар әйтеүенсә, эшҡыуар һәр ваҡыт төрлө хәүефтәрҙән һаҡланыу тураһында уйларға, тәжрибәле юрист, бухгалтер, адвокаттарҙың тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалырға тейеш.
Был саралар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы башҡарылды (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимальской инициативы"). Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-15/esh-yuar-ar-ho-u-taryn-bel-en-s-n-3885701