2020 – 2024 йылдарҙа Башҡортостанда “Төҙөлөш өсөн ер” проекты буйынса 1,7 мең ер участкаһы асыҡланған һәм ҡаралған. Уларҙың 422-һе тормошҡа ашырыла. Был хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец Републикаға идара итеү үҙәгенлә үткәрелгән Хөкүмәт кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Төҙөлөш өсөн асыҡланған торлаҡ төҙөлөшө өсөн ерҙәр иҫәбе буйынса Өфө, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Яңауыл, Баймаҡ, Мәләүез, Белорет һәм Ауырғазы райондары лидер булған. Дөйөм ер майҙаны дүрт мең тирәһе гектар тәшкил иткән. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Шул уҡ ваҡытта 13 муниципалитетта “Төҙөлөш өсөн ер” проекты буйынса асыҡланған ер участкалары юҡ. Улар - Әбйәлил, Асҡын, Балтас, Бөрйән, Иглин, Краснокама, Күгәрсен, Кушнарен, Мәсетле, Тәтешле, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондары.
“Туризм өсөн ерҙәр” проектына ярашлы асыҡланған ерҙәр иҫәбе буйынса Күмертау, Дәүләкән, Шаран һәм Ғафури райондары алдынғы урындарҙы биләй.
Сығанаҡ, фото: “Башинформ”.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-08-15/olono-shifa-yn-boron-olar-a-belg-n-3886929