Ағиҙел ҡалаһындағы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Беренсе төҙөүселәр урамындағы ҡала паркында скверҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланды.
2023 йылда кешеләр тауыш биреү юлы менән ошо биләмәне һайлауҙа ҡатнашты. Был йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп ителеү кимәлен күтәреүҙән тыш, ял итеү зоналарын төҙөгәндә ҡала халҡының фекерҙәрен һәм теләктәрен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә.
Элегерәк был биләмәләр эстетикаһы һәм уңайлылығы менән айырылып тормаған. Урындағы халыҡ ял итеү һәм күңел асыу өсөн инфраструктураның булмауына зарланды, ә йәйәүлеләр зонаһын яҡтыртыу етерлек кимәлдә булманы, был хәүефһеҙлек менән проблемалар тыуҙырҙы.
Әлеге ваҡытта ҡала паркында “Ағиҙел” арт-объекты урынлаштырылған, яңы эскәмйәләр, бәүелсәктәр һәм урналар ҡуйылған. Йәйәүлеләр юлына асфальт түшәү, яҡтыртыуҙы яңыртыу һәм ямғыр һыуы канализацияһын ҡуйыу буйынса эштәр тамамланған.
Ағиҙелдәге скверҙы төҙөкләндереү ҡаланы күркәмерәк итеүҙән тыш, ял итеү һәм аралашыу өсөн яңы мөмкинлектәр асып, ҡала халҡының тормошона ла ыңғай йоғонто яһай.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.