Өфөлә ҡулланыу срогы сыҡҡан туҡланыу элементтарын йыйыу буйынса “Батарейкалар тапшырабыҙ” экологик акцияһы уҙасаҡ. Бының өсөн 12-18 августа “Дим” мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә махсус контейнер ҡуйыла. Унда теләгән батарейкалар, электрон техниканан аккумуляторҙар, пауэр-банктар, кеҫә телефондары һәм башҡа мобиль электроника тапшырырға мөмкин.
Башҡортостандың баш ҡалаһындағы сара “Экология” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла һәм ҡала халҡының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәсьәләләренә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу күнекмәләрен көндәлек тормошҡа индереүгә йүнәлтелгән.
Сарала ҡатнашыу өсөн туҡланыу элементтары көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем ҡабул ителә. Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла: 14 йәшкә тиклемге һәм унан олораҡ өфөлөләр; идара итеүсе компаниялар; күп фатирлы йорт советтары; предприятиелар хеҙмәткәрҙәре; мәғариф учреждениелары. Еңеүселәр 30 августан да һуңға ҡалмайынса иғлан ителәсәк һәм ҡиммәтле приздар менән билдәләнәсәк.
Йыйылған батарейкалар тейешенсә эшкәртеләсәк. Был иң хәүефһеҙ алым. Файҙаланыу ҡалдыҡтары икенсе ғүмер алырға тейеш.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.