Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
5 Август 2024, 08:44

Хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу өсөн

Милли проектта ҡатнашыу мөһим

Хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу өсөнХеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу өсөн
Хеҙмәт етештереүсәнлеген яҡшыртыу өсөн

“Хеҙмәт етешетереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу барышында (национальный проект “Производительность труда”) “Бурсервис” заводында ҡорамалдарҙы әҙерләү процесы ваҡыты 80 процентҡа кәмегән. Хеҙмәткәрҙәрҙең һөҙөмтәлелеге 21 процентҡа артҡан, тамамланмаған продукция һаны 83,5 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә төбәктең компетенциялар үҙәге.

 - “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына завод 2022 йылда ҡушылды һәм планлаштырылған иҡтисади һөҙөмтәләргә өлгәште. Һаҡсыл производство ҡоралдары ҡулланылып, алынған тәжрибә таратыласаҡ, - тине республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

 Предприятиела производство процесын оптимәлләштереп, юғалтыуҙарҙы кәметтеләр. Мәҫәлән, цехтарҙы планлаштырыу яҡшыртылған, аҙналыҡ план төҙөлгән, келәттә адреслы һаҡлау индерелгән.

-Беҙҙең компания персоналды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Улар өсөн төрлө тренингылар, уҡыуҙар үткәрҙек, яҡшы эш урындарына конкурстар, башҡа предпрятиеларға экскурсиялар ойошторҙоҡ, - тине заводтың цех начальнигы Федор Истомин.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар ил Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-05/he-m-t-eteshtere-s-nlegen-ya-shyrtyu-s-n-3873033 

Автор:
Читайте нас