“Алға” иҡтисади зонаһы резиденттары урындағы инфраструктураны 4,8 балға баһаланы. Был турала Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы уҙғарған һорау алыу һөҙөмтәләре һөйләй. Ул иһә махсус иҡтисади зонаның идарасы компанияһы функцияһын үтәй. Респонденттар ирекле майҙансыҡтар һәм майҙансыҡтарҙа инфраструктураны, дәүләт ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелеген, шулай уҡ идарасы компанияһының хеҙмәт сифатын баһаланы.
- “Алға” махсус иҡтисади зонаһының идарасы компанияһының эшмәкәрлек йүнәлешенең береһе – резиденттар өсөн инженер һәм транспорт инфрастуктураһын төҙөү. Шуға ла һорау алыу ҡайһы өлкәлә эшләп бөтәһе сараларҙың барлығын күрһәтә. Инфраструктураны, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе туҡтауһыҙ камиллаштырыу һөҙөмтәһендә “Алға” иҡтисади зонаһы ике тапҡыр иң йылдам үҫеүсе исеменә лайыҡ булды һәм әле Рәсәйҙең махсус иҡтисади зоналары араһында инвестиция үҫеше йәһәтенән һигеҙенсе урынды биләй, - тине Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Һорауға яуап алыу һөҙөмтәләре буйынса иң юғары баһа булдырылған инфраструктура сифаты, дәүләт ярҙамы саралары уңайлылығы өсөн идарасы компанияға бирелде. Резиденттар “Алға” махсус иҡтисади зонала эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылыуын билдәләй.
Был саралар "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү" милли проектына ярашлы башҡарыла (национальный проект "Производительность труда и поддержка занятости").
Әлеге саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-31/al-a-la-barly-u-ayly-sharttar-bar-3868876