Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Август , 11:28

17 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде

Башҡортостанда һыу объекттарының биоресурстарын тулыландырыу дауам итә.

17 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде
17 мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде

Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы 17 меңгә яҡын Ҡыҙыл китап уҡбалығы селбәрәһе менән тулыланды. Уларҙы сығарыу “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә һыу биологик ресурстарына килтерелгән зыянды ҡаплау һәм һыу биоресурстары популяцияһын тулыландырыу маҡсатында “Нефтехиммонтаж” компанияһы аҡсаһына башҡарылды. 

Балыҡтарҙы Силәбе өлкәһенән килтергәндәр һәм балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Кама - Урал филиалының һыу биологик ресурстарын һаҡлау һәм балыҡсылыҡты ойоштороу буйынса бүлеге, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре күҙәтеүе аҫтында һыу объектына сығарғандар.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса Өфө район-ара хеҙмәтенең баш белгесе Евгений Глинкин билдәләүенсә, селбәрәне Сыбаркүл балыҡ заводында үҫтергәндәр. Тәбиғи мөхиттә уҡбалыҡтарҙың иҫән ҡалыуға мөмкинлектәре ҙур түгел. Шуға ла балыҡты яһалма мөхиткә сығарыу һәм артабан балыҡлау – төбәк өсөн ҡиммәтле балыҡ төрө популяцияһын һаҡлауҙың һөҙөмтәле ысулы.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-08-01/17-me-u-baly-selb-r-e-eb-relde-3869171 

Автор:
Читайте нас: