“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары ярҙамында Иглин районында “Скандинавия” турбазаһы үҫешә. Ул Аҡбирҙе ауылы советының Урында ауылы янында урынлашҡан. Ошо көндәрҙә бында өс яңы ҡунаҡ йортон асыу тантанаһы уҙҙы.
Глэмпингтың концепцияһы – кешеләр күҙенән йәшенеп, тынлыҡта сәләмәт ял. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Йорттар урман массивында урынлашҡан. Юлдарҙан һәм тораҡ пункттарҙан алыҫ булыуы, урмандағы экологик һуҡмаҡтар махсус рәүештә уңайлы ял өсөн булдырылған.
Был турбазаның да стиле үҙенсәлекле. Төньяҡ халыҡтарҙың ябай нигеҙлелек атмосфераһын һәм сифатлы сервис тәҡдим итеп, ниндәйҙер артыҡлыҡты күрһәтмәү үҙенсәлек өҫтәй.
Әлеге ваҡытта база биләмәһендә ике һәм дүрт урынлыҡ ете уңайлы йорт урынлашҡан, уларҙың һәр береһенең үҙ ихатаһы – бәүелсәктәр, батуттар, мангал зоналары, чандар, иллюминация бар. Мунсаһы, ҙур булмаған бассейны һәм спорт майҙансығы кешеләрҙе йәлеп итә.
Иглин районы хакимиәтендә һөйләүҙәренсә, эшҡыуарҙар артабан да үҫешә һәм яңы идеяларын тормошҡа ашыра.
– Базала тәьмин ителеш һәр саҡ тиерлек тулы, глэмпинг хеҙмәттәре популярлыҡ менән файҙалана. Хәҙер күптәр сифатлы ялға мохтаж, – тип билдәләнеләр муниципалитетта.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Иглин районы хакимиәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-29/keshel-rg-sifatly-yal-bir-l-r-3864747