Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә Шакша күпере аша хәрәкәт асылды

Өфөлә, “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ярашлы, Шакша күперенең уң яҡ өлөшөндә хәрәкәт асылды.

Өфөлә Шакша күпере аша хәрәкәт асылды
Өфөлә Шакша күпере аша хәрәкәт асылды

Өфөлә, “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ярашлы, Шакша күперенең уң яҡ өлөшөндә хәрәкәт асылды.

9 июлдән алып 24 июлгә саҡлы күперҙең тәүге сиратында яңы арҡылы ҡоролмалар ҡороу башҡарылды, бының өсөн 758 тонна металл конструкциялар, 20-нән ашыу барьер сикләмәләре һәм 13 тоннанан ашыу таянмалар, күперҙә һәм уға яҡын килеү юлдарында түшәү өсөн 2 131 тонна асфальт талап ителде.  

“Хәрәкәт күперҙең уң яғында ике йүнәлеш буйынса ла башҡарыла. Бер юлы күперҙең һул яғында да эш бара, объектҡа 100 самаһы кеше йәлеп ителгән. Бында 24 июлгә ҡарата әҙерлек 53 процент тәшкил итте”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-26/f-l-shaksha-k-pere-asha-h-r-k-t-asyldy-3862164 

Автор:
Читайте нас: