Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур

Дүртөйлө районында йөк ташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү тикшерелде.

Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур
Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур

Дүртөйлө районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йөк ташыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тикшерҙеләр.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы йөк автомобилен һатып алыуға финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.

“Бөгөн йөк ташыуға ихтыяж ярайһы уҡ юғары. Автомобиль транспорты менән ташыу башҡа транспорт төрҙәре менән сағыштырғанда өҫтөнлөккә эйә. Тимер юл транспортында ошоға оҡшаш араға йөк ташыу бер нисә ҡотолғоһоҙ операция менән оҙатыла: вагондарҙы сорттарға айырыу, күсмә составты формалаштырыу, уларҙы тоташтырыу һәм туплау. Был алым илтеп биреү тиҙлеген кәметә. Автотранспорт хеҙмәттәре менән файҙаланғанда был операцияларға ихтыяж юҡ”, – тип һөйләне проект инициаторы.

Шуны өҫтәргә кәрәк: йөк ташыу клиенттары өсөн “ҡулдан-ҡулға” килтереү опцияһы мөһим, быны автотранспортта йөк ташыу ярҙамында ғына эшләргә мөмкин.

Проекттың инициаторына социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде.

Бизнес менән шөғөлләнергә ниәтләнеүселәрҙең барыһын да Дүртөйлө районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә саҡыралар Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары буйынса алырға, ә ҡатнашыуға заявкағыҙҙы бында: https://investrb.ru/ru/ теркәргә мөмкин.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-26/byl-he-m-tk-ihtyyazh-ur-3862104 

Автор:
Читайте нас: