Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баш ҡаланы күреп ҡайттылар

Балаҡатай районының “көмөш” йәштәге туристары республиканың баш ҡалаһында булды. 

Баш ҡаланы күреп ҡайттылар
Баш ҡаланы күреп ҡайттылар

Балаҡатай районының “көмөш” йәштәге туристары өсөн “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” программаһы буйынса республиканың баш ҡалаһы Өфөгә бер көнлөк тур ойошторолдо.

Балаҡатай районы халҡы “Иҫ киткес һәм күп йөҙлө Өфө” турына юлланды. Туристар Өфөләге беренсе йәмиғ мәсетендә, генерал Шайморатов һәйкәлендә, “Ете ҡыҙ” фонтанында, “Салауат Юлаев” баҡсаһында һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булды. Шулай уҡ улар Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөп ҡайтты.

“Башҡортостанда оҙон ғүмер” проекты “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ул һаулыҡты һаҡлауға, әүҙем йәшәү рәүешен булдырыуға һәм өлкән быуын кешеләрен йәмғиәткә яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты ҡатнашыусыларға республиканың туристик объекттарын, тәбиғи ынйыларын, мәҙәни мираҫын күрһәтергә һәм һөйләргә, шулай уҡ тыуған төйәктең яңы матур урындары хаҡында белергә мөмкинлек бирә. Проект программаһы бер йәки ике көнлөк сәфәргә иҫәпләнгән. Йылына бер тапҡыр социаль проектта 60 йәштән өлкән ир-егеттәр һәм 55 йәштән алып ҡатын-ҡыҙҙар бушлай ҡатнаша ала. Республика буйлап сәйәхәт ҡылыу өсөн пенсионерға долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм оҡшаған турға яҙылырға кәрәк.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-26/bash-alany-k-rep-ayttylar-3862108 

Автор:
Читайте нас: