Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өҫтәмә белем бирелә

Аҡмулла университеты 2020 йылдан “Демография” милли проектында ҡатнаша, «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектында ҡатнашыу сиктәрендә юғары уҡыу йорто граждандарҙың айырым категориялары өсөн өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра.

Өҫтәмә белем бирелә
Өҫтәмә белем бирелә

Аҡмулла университеты 2020 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Демография” милли проектында ҡатнаша. «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проектында ҡатнашыу сиктәрендә юғары уҡыу йорто граждандарҙың айырым категориялары өсөн өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра. Бындай программаларҙың маҡсаты - хеҙмәт баҙарында көнәркәшлек һәләтен һәм профессиональ мобиллекте тәьмин итеүсе белем алыу йәки булған компетенцияларҙы һәм күнекмәләрҙе үҫтереү.

Проектта хеҙмәт баҙарында статусы тотороҡло булмаған граждандар категорияларына – пенсионерҙарға, йәш белгестәргә, бәләкәй балаларҙы ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүленә. Шулай уҡ проект балалар баҡсалары уҡытыусыларының һәм тәрбиәселәренең кадрҙар дефицитын бөтөрөүгә йүнәлтелгән.

Университет уҡытыусылары өҫтәмә белем биреү буйынса һигеҙ йүнәлештә эшләй, улар араһында – мәктәпкәсә педагогика, башланғыс белем биреү, пилотһыҙ авиация (педагогтар өсөн), китапхана-мәғлүмәт эшмәкәрлеге, полилингваль мәктәп педагогтары өсөн инглиз теле, физик реабилитация һәм дауалау физкультураһы.

Июлдә М. Аҡмулла университетында ете программа буйынса 60 тыңлаусы белем ала, уларҙың күпселеге дистанцион технологияларҙы ҡулланып көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу форматында уҡый. Шулай уҡ Физика, математика, цифрлы һәм нанотехнологиялар институтында өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларын әҙерләү буйынса «Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү» йүнәлеше буйынса көндөҙгө дәрестәр үткән.

- Курстың теоретик өлөшө осоу заданиеларының конструктив үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Беҙ осошҡа әҙерлекте нисек үтергә, пилотһыҙ аппараттар ярҙамында мәсьәләләрҙе хәл иткәндә мәғлүмәтте нисек эшкәртергә, ниндәй документтар кәрәк, уларҙы нисек рәсмиләштерергә һәм ниндәй учреждениелар менән үҙ-ара эш итергә мөмкинлеген һөйләйбеҙ. Теориянан һуң аныҡ моделдәр менән осоу практикаһы бар. Тәү сиратта һауа системаларына бәйле мәсьәләләр хәл ителә, киләсәктә ер өҫтө робот техникаһы ла буласаҡ. Беҙҙең университетта матди-техник база ошондай курстар асырға мөмкинлек бирә. Практика университет залында ғына түгел, ҡаланан ситтә лә үтәсәк, – тип билдәләй М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәңләт педагогия университетының мәғлүмәт технологиялары кафедраһы доценты, физика-математика фәндәре кандидаты Алмаз Исхаҡов.

Курстар тамамланғас, тыңлаусылар квалификацияһын камиллаштырыу тураһында таныҡлыҡ ала, был уларға квадрокоптерҙар менән дәрестәр алып барырға мөмкинлек бирә.

- Курстар уҡытыусы өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы. Беҙ бында алған заданиеларҙы педагогик эшмәкәрлегебеҙҙә ҡуллана алабыҙ. Барыһына ла ошо курстарҙы үтергә кәңәш итәм. Артабан М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Физика, математика, цифрлы һәм нанотехнологиялар институтында уҡыуымды дауам итергә ниәтләйем, - тип фекер уртаҡлашты курс тыңлаусыларының береһе, Аҡмулла университеты колледжын тамамлаусы Виктория Олина.

Әйткәндәй, Аҡмулла университеты белем биреүҙән тыш, махсус хәрби операция яугирҙәре мәнфәғәтендә лә эшләй. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 17-23 июнендә Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның В.А. Садовничий исемендәге Кванториумы базаһында махсус хәрби операция зонаһында ҡулланылған квадрокоптер элементтары өсөн 3d деталдәр баҫтырыу ойошторолған, 400 элемент яугирҙәргә ебәрелгән.

Фото: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-25/t-m-belem-birel-3858607 

 
Өҫтәмә белем бирелә
Өҫтәмә белем бирелә
Өҫтәмә белем бирелә
Өҫтәмә белем бирелә
Өҫтәмә белем бирелә
Өҫтәмә белем бирелә
Автор:
Читайте нас: