Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәүге бағаналар ҡағылды

Иҫке бина урынына яңы модулле ФАП төҙөү планлаштырыла.

Тәүге бағаналар ҡағылды
Тәүге бағаналар ҡағылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу дауам итә. Һүҙ бында яңы биналар төҙөү генә түгел, ә уларҙы техник йыһазландырыу хаҡында ла бара. Модулле ФАП-тар ауыл халҡы өсөн иң яҡын медицина ярҙамы булып тора. 

Ҡырмыҫҡалы районының Арыҫлан ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, иҫке бина урынына яңы модулле ФАП төҙөү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта буласаҡ медицина учреждениеһы урынына бағаналар ҡуйылған. Металл каркас һәм сэндвич-панелдән стеналарҙы файҙаланыу эш процесын шәбәйтәсәк, шул уҡ ваҡытта ул ныҡлы буласаҡ һәм оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Яңы ФАП Арыҫлан, Аҡтүбә һәм Аҡкүл ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

–Яңы медицина пункты асылыу менән пациенттарҙы яҡты, уңайлы кабинеттар ҡаршы аласаҡ, медицина сифаты күпкә яҡшырасаҡ, – ти Ҡырмыҫҡлы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-25/t-ge-ba-analar-a-yldy-3858603

Автор:
Читайте нас: