Даирә
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әлшәйҙә крафт сырҙары етештерәләр

Эшҡыуар сыр эшләү буйынса курс үткән, кәрәкле сертификаттар алған.

Әлшәйҙә крафт сырҙары етештерәләр
Әлшәйҙә крафт сырҙары етештерәләр

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Башҡортостандың Әлшәй районында дәүләт ярҙамы менән крафт сырҙары етештереү производствоһы асылған. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡандан һуң Линара Барсюк социаль контракт (АСПК) нигеҙендә 350 мең һум күләмендәге адреслы ярҙамға кәрәкле йыһаздар һатып алған. Проект буйынса инвестиция күләме 950 мең һум тәшкил итә.

Йәш йүнсел хәбәр итеүенсә, ул район хакимиәтенә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән һәм крафт сырҙары әҙерләү буйынса үҙенең бизнес-планын тәҡдим иткән. Эшҡыуар сыр эшләү буйынса курс үткән, кәрәкле сертификаттар алған. Үҙ эшен асып ебәреү өсөн бинаны ҡуртымға алырға һәм 100 литрҙан сыр ҡайнатырға кәрәк булған.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыға консультация бирелгән һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы программаһында ҡатнашырға тәҡдим ителгән. Ул 2024 йылдың апрелендә дәүләт ярҙамы ала, бөгөн һөт эшкәртеү нигеҙендә ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар етештереү буйынса мини-цех аса. Киләсәктә ул эремсек, май, ряженка, кефир етештереү буйынса киңәйтеләсәк.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-24/lsh-y-kraft-syr-ary-eteshter-l-r-3858587 

Автор:
Читайте нас: