Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфө үҙәге хәҙер тағы ла күркәмерәк һәм уңайлыраҡ

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы, ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлау буйынса конкурста еңеп, 208,8 миллион һумлыҡ федераль субсидия һәм 4,3 миллион һум күләмендә ярҙам алды.

Өфө үҙәге хәҙер тағы ла күркәмерәк һәм уңайлыраҡ
Өфө үҙәге хәҙер тағы ла күркәмерәк һәм уңайлыраҡ

– Өфө туркоды ҡалала яңы әүҙемлек майҙандары, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, шул иҫәптән сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу тигәнде аңлата. Ҡаланың тарихи үҙәгендә – Ленин урамындағы аллеяла, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, Сергей Аксаков баҡсаһында һәм Ағиҙел ярында булған үҙгәрештәр Өфөнө яңыса аса, уны туристар өсөн ылыҡтырғыс итә, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

97,2 гектар майҙанда төп иҫтәлекле объекттар һәм ял итеү урындары берләштерелгән: заманса архитектура яҡтыртыуҙары, күҙәтеү майҙансыҡтары эшләнгән, яңы бәләкәй архитектура формалары, брендлы люктар, йәрминкә һәм ваҡиға майҙансыҡтары, күсереп йөрөтмәле сәхнәләр һәм туристик-мәғлүмәт үҙәктәре, 16 яҡтылыҡ инсталляцияһы, махсус хеҙмәттәрҙе саҡырыу урындары йыһазландырылған, санитар зоналар барлыҡҡа килгән.

Проектҡа ярашлы, өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына урамдарҙың һәм объекттарҙың боронғо һүрәттәрен күрһәтергә мөмкинлек биргән стереоскоптар ҡуйылған. Улар Совет, Карл Маркс, Коммунистик урамдарында, Ҡунаҡһарай һәм Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан.

– Өфө үҙенең 450 йыллығын байрам итеүгә алдан уҡ әҙерләнә башланы. Әҙерлек барышында беҙ ҡала үҙәген туристар өсөн уңайлы итеүгә айырыуса яуаплылыҡ менән ҡараныҡ. Төп ылыҡтырғыс объекттарҙы һәм ял итеү урындарын берләштерҙек. Хәҙер тарихи үҙәк тағы ла уңайлыраҡ булып китте, ҡыҙыҡлы объекттар күбәйҙе, – тип билдәләне Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Өфө ҡалаһының туристик коды “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы булдырылды. Милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса эшләп килә.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-24/f-ge-h-er-ta-y-la-k-rk-mer-k-m-u-aylyra-3858595 

Автор:
Читайте нас: