Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йыл башынан 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән

Шуларҙан ылыҫлы тоҡомдар орлоҡтары – 2,3 тонна, шул иҫәптән ябай ҡарағай орлоҡтары – 1905,7 килограмм, шыршы – 410 килограмм, ҡарағас – 11,6 килограмм.

Йыл башынан 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән
Йыл башынан 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән

Урмандарҙы тергеҙеү – урман хужалығының мөһим йүнәлеше. Уларҙы сифатлы итеп тергеҙеүҙе тәьмин итеү урмандарҙы һаҡлауҙың төп шарты булып тора. Урманды тергеҙеү йышыраҡ үҫентеләр ултыртыу ярҙамында булдырылғас, тәүге урман культураһы материалы булып орлоҡтар тора.

Урман үҫемлектәре орлоҡтары запасын булдырыу буйынса сараларҙы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы учреждениелар тормошҡа ашыра.

2024 йыл башынан республикала 2,5 тонна орлоҡ әҙерләнгән, шуларҙан ылыҫлы тоҡомдар орлоҡтары – 2,3 тонна, шул иҫәптән ябай ҡарағай орлоҡтары – 1905,7 килограмм, шыршы – 410 килограмм, ҡарағас – 11,6 килограмм. Стәрлетамаҡ һәм Салауат урман хужалыҡтары эшсәндәре орлоҡ йыйыу буйынса йыллыҡ планды арттырып үтәгән.

– Быйыл бөтәһе өс тоннанан кәм булмаған орлоҡ әҙерләргә кәрәк, шуларҙың 320 килограмы – яҡшыртылған нәҫел сифаттары менән. Орлоҡ әҙерләү буйынса эш ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығында дауам ителәсәк, – тип хәбәр итте Урмандарҙы файҙаланыу һәм тергеҙеү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге начальнигы Альберт Закиров.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-23/yyl-bashynan-2-5-tonna-orlo-erl-ng-n-3858578 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: