Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юғары бурыс ҡуйылды

Беҙ Башҡортостан тарихында көтөлгән ғүмер оҙайлығы буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәштек – 73,2 йыл.    

Юғары бурыс ҡуйылды
Юғары бурыс ҡуйылды

Башҡортостан – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль программаһына индерелгән ете төбәктең береһе.

– Өлкән пациенттар менән эшләгәндә беҙҙең төп иғтибар хроник сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелә. Шуға бәйле иҫкәртеү тикшеренеүҙәре, диспансерлаштырыу һәм диспансер күҙәтеүе үткәреү иң әһәмиәтле саралар булып тора, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  өлкән быуын граждандарының һаулығын нығытыуға, сәләмәт тормош оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән “Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһын раҫланы. Программа барышында үткән йыл 55 меңдән ашыу кеше поликлиникаларҙа һәм биш мең ауырыу табип-гериатр ярҙамын алды. 10 меңдән ашыу ветеран өйҙә белгестәр тарафынан дауаланды. Былтырғы ҡаҙаныштарҙың береһе – көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыу.

Министр әйтеүенсә, “беҙ Башҡортостан тарихында көтөлгән ғүмер оҙайлығы буйынса иң юғары күрһәткескә өлгәштек – 73,2 йыл.Бынан биш йыл элек ул 70 йәш тәшкил иткәйне”.

“Өлкән быуын” федераль проекты оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һәм именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙың комплекслы системаһын барлыҡҡа килтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Программаның бер өлөшө – өлкәндәр өсөн медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Уға вакцинация, иҫкәртеү тикшереүҙәре, диспансер күҙәтеүе, йығылыуҙарҙы һәм имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү кеүек саралар инә. Комплекслы медицина ярҙамы сәләмәтлекте һаҡлауҙан тыш, өлкәндәрҙең илдең иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүенә булышасаҡ.

Программа медицина аспекттары менән генә сикләнмәй, уға әүҙем оҙайлы ғүмерҙе дәртләндереү, гериатрия хеҙмәттәрен һәм бүлексәләрен ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау кеүек бурыстар ҙа инә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-23/yu-ary-burys-uyyldy-3856048 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: