Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған

Башҡортостан экспорт эшмәкәрлеге өлкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса төбәктәр рейтингында икенсе урынды алды

Ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған
Ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған

Башҡортостан Республикаһы быйылғы алты ай йомғаҡтары буйынса “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Төбәк экспорт стандарты 2.0” (РЭС 2.0) ҡоралдарын индереү һөҙөмтәлелеге кимәле буйынса төбәктәр рейтингында Рәсәйҙең 85 субъекты араһында икенсе урынды биләй. Был рейтингты беренсе тапҡыр Рәсәй экспорт үҙәге төҙөгән.

– 2019 йылда республикабыҙ “Төбәк экспорт стандарты 2.0” индереү буйынса 11 пилот төбәге иҫәбенә инде, шунан һуң ул көнүҙәк итеп ҡабул ителеп, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә индереүгә тәҡдим ителде. 2022 йылдың аҙағына Башҡортостан был стандарттың бөтә 15 ҡоралын 100 процентҡа индергән тәүге төбәктәрҙең береһе булды, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Башҡортостанда “Төбәк экспорт стандарты 2.0” пилот менән индереү тураһында килешеүгә республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Слепнев “Сочи-2019” Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә ҡул ҡуйҙы.

“Төбәк экспорт стандарты 2.0” ҡоралдары экспортҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле инфраструктураһын булдырырға, власть органдарын һәм бизнес-берләшмә вәкилдәрен экспорт эшмәкәрлеген үҫтереү процесына йәлеп итеүҙе тәьмин итергә һәм, һөҙөмтәлә, экспортерҙар һанын, экспорт тауары күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип күҙаллана.

Маргарита Болычева һүҙҙәренсә, проекттың төп маҡсаты - төбәктәрҙә сеймал һәм энергетик булмаған экспортҡа ярҙам итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһында финанс һәм финанс булмаған ярҙам саралары күрһәтелә. Мәҫәлән, республика алты йыл дауамында сит илгә тауар ташыу өсөн субсидиялар бирә. Ошо осорҙа Башҡортостандың 178 предприятиеһы республика бюджетынан 463 миллион һум күләмендә ярҙам алды. Ҡулланылған экспорт күләме 37,6 миллиард һум тәшкил итә.

Үҙенсәлекле төбәк тәжрибәләре иҫәбенә “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты инә, уның сиктәрендә эшсе төркөм Башҡортостандың экспортҡа йүнәлтелгән предприятиелары өсөн консультациялар үткәрә. Проекттың өс йылдан ашыу эшләү осоронда 120-гә яҡын юл үтә, 430-ға яҡын компания консультация ала. Сәфәрҙәр йомғаҡтары буйынса 150-гә яҡын бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты БР Үҙәк эшҡыуарлыҡ үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәм 460-тан ашыу төрлө хеҙмәт алыусы булған. 80 экспорт контракты төҙөлә, ә хупланған экспорттың дөйөм күләме 8,9 миллион аҡш долларынан ашыу тәшкил итә. Экспорт һатыуҙары географияһы яҡынса 20 илдән тора.

Бынан тыш, популяр хеҙмәттәр иҫәбенә франшизаларҙы тышҡы баҙар талаптарына яраҡлаштырыу, тармаҡ акселерация программалары инә. 2019 йылда Башҡортостан “Экспорт форсажы” бизнес-акселераторы эшләй башлаған алты төбәктең береһе булды. Әлеге ваҡытта 10 күп тармаҡлы һәм биш тармаҡлы белем биреү ағымы булған. Бынан тыш, 2024 йылдың өсөнсө кварталында “Экспорт форсажы”ның яңы тармаҡ йүнәлештәрен – еңел һәм химия сәнәғәтен сафҡа индереү планлаштырыла. Үткәрелгән программалар буйынса төҙөлгән контракттарҙың дөйөм суммаһы 18 миллион АҠШ долларынан ашып китә, ә экспорт географияһы 22 илдән тора, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркмәнстан.

Белешмә:

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты – 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған ғәмәлдәге үҫешен тәьмин итеү.

Тулы мәғлмәт менән ошонда таныша алаһығыҙ: Башкортостан занял 2 место в рейтинге регионов по эффективности реализации нацпроекта в сфере экспортной деятельности (pravitelstvorb.ru)

Фото сығанағы: pravitelstvorb.ru.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-22/yar-am-ite-e-kompleksly-sistema-yn-buldyryl-an-3856765 

Автор:
Читайте нас: