Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ирекмәндәр ике йылғаның ярын сүп-сарҙан таҙартты

Өмә барышында улар яҡынса өс километр яр буйын сүп-сарҙан таҙартты һәм 80 тоҡ сүп-сар йыйҙы.

Ирекмәндәр ике йылғаның ярын сүп-сарҙан таҙартты
Ирекмәндәр ике йылғаның ярын сүп-сарҙан таҙартты

Башҡортостандың Стәрлебаш районында ирекмәндәр “Экология” милли проекты буйынса “Рәсәй йылғаһы” Бөтә Рәсәй экологик проекты сиктәрендә уҙғарылған “Шишмәнән йылға башлана” төбәк-ара акцияһында ҡатнашты һәм бер нисә яр буйын сүп-сарҙан таҙартты.

Алтмышҡа яҡын ирекмән файҙаланылған пластик һауыт-һаба, аҙыҡ-түлектән һәм эсемлектәрҙән төргәктәр, контейнерҙар, шешәләрҙән һәм банкаларҙан ҡапҡастар, төҙөлөш ҡалдыҡтары йыйҙы. Ирекмәндәр командаһына БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре, “СНХЗ”, “БСК”, “Красный Пролетарий” акционерҙар йәмғиәттәре, Стәрлетамаҡ хакимиәте, Стәрлебаш районының Айҙарәле ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре һәм битараф булмаған кешеләр инде.

Өмә барышында улар яҡынса өс километр яр буйын сүп-сарҙан таҙартты һәм 80 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Атап әйткәндә, ирекмәндәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ольховка һәм Стәрлебаш районында Тәтер йылғалары буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡ итеп кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-22/irekm-nd-r-ike-yyl-any-yaryn-s-p-sar-an-ta-artty-3856708 

Автор:
Читайте нас: