Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡанатлы ат" оҫталарҙы ҡанатландырҙы

Дүртөйлө районында һөнәрселәр эштәре күргәҙмәһе үтте.

"Ҡанатлы ат" оҫталарҙы ҡанатландырҙы
"Ҡанатлы ат" оҫталарҙы ҡанатландырҙы

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” фестивалендә төрлө халыҡтарҙың йолалары һәм мәҙәни байлыҡтары менән танышырға мөмкин булған һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторолдо. 

Дүртөйлө балалар художество мәктәбе керамика әйберҙәре, һынлы сәнғәт һүрәттәре, сувенир продукцияһы, Ағиҙел йылғаһына булған ҡала визиткаһын тәҡдим итте. Мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре милли кейемдәр, сағыу һүрәттәр, үҙ ҡулдары менән теккән халыҡ ҡурсаҡтары, ҡулдан бәйләнгән һәм сигелгән әйберҙәр, сәйләндән әйберҙәр, бал продукцияһы һәм хуш еҫле сәйҙән күргәҙмә ойошторҙо.

Ҡаҙы-Йәлдәк ауылынан Баһиә Сәлимйәнова күргәҙмәгә биҙәкле көйәнтәләр, биҙрә, һауыт-һаба, шулай уҡ милли сигеүле йорт кәрәк-яраҡтары алып килгән. Бөрө оҫталары фестиваль ҡунаҡтарына автор текстиль ҡурсаҡтары, үләндән балауыҙ шәмдәре, үлән сәйҙәре, бәйләнгән уйынсыҡтар, сәйләндән биҙәүестәр, татлы ашамлыҡтар тәҡдим итте. Өфө һөнәрселәре лә бай күргәҙмә менән килде. Улар тәбиғи таштарҙан биҙәүестәр, ҡулдан эшләнгән стилләштерелгән этнобиҙәүестәр күрһәтте. 

“Коллективыбыҙ оҫталары “Ҡанатлы ат” фестивалендә ихлас ҡатнашты. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар тәжрибә, ижади пландары менән уртаҡлашты һәм сағыу тәьҫораттар алды”, - тине “Оҫталар ҡалаһы” ижади берекмәһе кураторы Кира Минина.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-18/anatly-at-o-talar-y-anatlandyr-y-3853277 

Автор:
Читайте нас: