Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яратҡан байрамға әүерелде

Яңауыл халҡы Фольклор көнөн байрам итеүгә ҡушылды.     

Яратҡан байрамға әүерелде
Яратҡан байрамға әүерелде

17 июлдә Берҙәм фольклор көнө билдәләнә. Ул йәмғиәттә Рәсәй халыҡтарының фольклор мираҫын һаҡлауға, үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Төп идея – фольклор сәнғәтен өйрәнеүҙә ил халыҡтарын, төрлө социаль-йәш төркөмдәре граждандарын берләштереү. Был көндө халыҡ байрамдары, фестивалдәр, осрашыуҙар, әйлән-бәйлән, ултырмалар үткәрелә. Тематик саралар "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына тап килә.

Яңауыл районы Максимовка ауыл мәҙәниәт йортоноң "Аҫылйәр" фольклор төркөмө лә Берҙәм фольклор көнөнә ҡушылды. "Ете түбә" тауының еләкле аҡланында "Иҫке йырҙар һәм уйындар" сараһы ойошторолдо. Гармун аҫтында "өләсәйҙәр" йырлаған йырҙар башҡарылды, төрлө милли уйындарҙы, фольклор бейеүҙәрен иҫләнеләр, рәхәтләнеп уйнанылар, бейенеләр, еләк ашанылар.

"Фольклор халыҡ белеменең тотош системаһын, тирә-яҡ донъяға үҙенсәлекле милли ҡарашты сағылдыра. Халыҡ ижады мәңге йәшәй. Һис шикһеҙ, был көн иң яратҡан халыҡ байрамдарының береһенә әйләнәсәк, сөнки кеше өсөн тыуған еренән һәм мәҙәниәтенән ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡ", – тип билдәләне сараны ойоштороусылар.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-18/yarat-an-bayram-a-erelde-3853282 

Автор:
Читайте нас: