Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был программа 10 йыл тирәһе тормошҡа ашырыла

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...    

Был программа 10 йыл тирәһе тормошҡа ашырыла
Был программа 10 йыл тирәһе тормошҡа ашырыла

Быйыл Башҡортостанда, ҡыҫҡа ваҡытлы планға ярашлы, 739 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт эшләү ҡаралған. Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә капиталь ремонт буйынса дәүләт ярҙамы буйынса мәсьәлә ҡаралды.

- Беҙҙә 10 йыл тирәһе "Республика күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау программаһы" тормошҡа ашырыла. Ул күп кенә мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән торлаҡ фондының иҫкереү кимәлен һәм авариялы торлаҡты кәметеүҙе хәл итә. Был ваҡыт эсендә республика күп фатирлы йорттарҙы һәм подъездарҙы капиталь ремонтлау өсөн ете миллиард һум йүнәлтте. Беҙ һигеҙ мең тирәһе күп фатирлы йортто һәм һигеҙ меңдән ашыу подъезды ремонтлай алдыҡ. Был уларҙа йәшәгән 1,5 миллион кешенең тормошон еңеләйтте, - тине премьер-министр.

Республиканың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын атҡарыусы Юрий Палтусов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2024 йылда 739 күп фатирлы йортто капиталь ремонтлау өсөн 5,5 миллиард һум аҡса ҡаралған. Был сумманың 723,4 миллион һумы – дәүләт ярҙамы иҫәбенә.

- Аҡсаның 272 миллион һумы 90 йортта 214 лифтты алмаштырыу эштәренә йүнәлтелде. Бөгөн 33 йортта 84 лифт алмаштырылды. Был быйылғы эштәрҙең 40 процентын тәшкил итә, - тине Юрий Палтусов.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье игородская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/24438/ 

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-18/byl-programma-10-yyl-tir-e-tormosh-a-ashyryla-3853263 

Автор:
Читайте нас: