Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Система 2025 йылға сафҡа индерелер тип көтөлә

Был хаҡта Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында үткәрелгән кәңәшмәлә хәбәр иттеләр.

Система 2025 йылға сафҡа индерелер тип көтөлә
Система 2025 йылға сафҡа индерелер тип көтөлә

Башҡортостан Рәсәйҙең инвесторҙар менән яуап бәйләнеше системаһы сафҡа ингән төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыу һәм Чечен Республикаһында барған Кавказ инвестиция форумында инвестиция әүҙемлегенә булышлыҡ итеү механизмдары тураһындағы кәңәшмә барышында хәбәр иттеләр.

-Илдең һәм төбәктәрҙең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырыусанлығын арттырыу, инвесторҙарҙы ниндәй мәсьәләләрҙең борсоуын һәм уларҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда ниндәй проблемаларға юлығыуын аңлау мөһим. Бының өсөн сентябрҙә Рәсәйҙең 30 төбәгендә бизнестан яуап бәйләнешен булдырыу системаһын сафҡа индерәсәкбеҙ. Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә ете категориянан – инвесторға булышлыҡ итеү, кадрҙар, юлдар, төҙөлөш, инженер селтәрҙәре, күсемһеҙ милек объекттары, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу – классификатор эшләнгән. Системаны сафҡа индереү 2025 йылға планлаштырылған, - тип хәбәр итте Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, инвесторҙарҙан яуап бәйләнеше һөҙөмтәһендә яуапты көтөүҙең уртаса ваҡыты 10 көндән артмаясаҡ, ә ҡатмарлы мәсьәләләр 30 көн эсендә ҡараласаҡ. Сафҡа индерелгән система Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр базаһында эшләр тип көтөлә.

- Башҡортостан Республикаһы федераль башланғыстарҙы һынап ҡарау өсөн беренсе тапҡыр ғына пилот майҙансығы түгел. Шулай итеп, 2022 йылдан Төбәк инвестиция стандартының барлыҡ инструменттарын уңышлы файҙаланыуға индерҙек, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/24431/ 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-07-17/sistema-2025-yyl-a-saf-a-indereler-tip-k-t-l-3850200 

 

Автор:
Читайте нас: