“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дим шоссеһын ремонтлау тамамланыуға табан бара. Уҙған ял көндәрендә юлсылар бында асфальт-бетон япмаһы түшәү менән мәшғүл булған. Атап әйткәндә, улар Димдән Өфөгә тиклем 16 500 квадрат метр майҙанда 2000 тонна самаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәгән.
Ремонт ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында эштәр бер үк ваҡытта ике һыҙат буйынса алып барылған. Бының өсөн юл буйлап ҡала яғына хәрәкәт ваҡытлыса ябылды. Ошо көндәрҙә объектта 20-нән ашыу юл эшсеһе һәм 30-лаған берәмек техника йәлеп ителде. Яҡын арала ҡала хеҙмәттәре унда горизонталь тамға яһаясаҡ. Билдәләү линияларын һыҙғанда туҙыуға сыҙамлы термопластик ҡулланыла.
Дим шоссеһы – ҡаланың йәнле транспорт артерияларының береһе. Көн һайын унан меңләгән автомобиль үтә, шуға күрә подрядсы ойошмаға ремонтты ҡыҫҡа ваҡытта башҡарыу бурысы ҡуйылған. Эштәр Флот тыҡрығынан Дим йылғаһы күперенә тиклем 2 километр оҙонлоҡтағы участкаға ҡағыла.
Билдәләп үтергә кәрәк, ағымдағы миҙгелдә Өфөлә дөйөм алғанда 29 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы 12 урам-юл селтәре участкаһын ремонтлау планлаштырылған.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.