Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
28 Март 2024, 07:31

Башҡортостан сит илдәргә он һатыуҙы арттыра

Быйылғы тәүге ике ай ярым эсендә республика донъя баҙарында он һатыуҙы, былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 3,5 тапҡырға арттырған.

Башҡортостан сит илдәргә он һатыуҙы арттыраБашҡортостан сит илдәргә он һатыуҙы арттыра
Башҡортостан сит илдәргә он һатыуҙы арттыра

“Россельхознадзор”ҙың республика буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, был ойошма ошо осорҙа Азербайжанға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға һәм Үзбәкстанға бойҙай һәм арыш оно һатыуҙы контролдә тотҡан.

“Он өлгөләре экспорт йөктәренең бөтә партияларында тикшереү үтте.  Зарарлы карантин организмдары асыҡланманы, бөтә продукция импортер илдәрҙең талаптарына яуап бирә”, – тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм уңышлы эшмәкәрлек” милли маҡсатлы йүнәлеш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас