Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
21 Март 2024, 04:48

Бурыс – ғүмер оҙайлылығын арттырыу

Былтыр Башҡортостанда тиҙ ҡоролоулы 98 медицина учреждениеһы модуль конструкцияһы ҡуйылды.

Бурыс – ғүмер оҙайлылығын арттырыуБурыс – ғүмер оҙайлылығын арттырыу
Бурыс – ғүмер оҙайлылығын арттырыу

Былтыр Башҡортостанда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, тиҙ ҡоролоулы 98 модуль конструкцияһы ҡуйылды.

Быйылғы планда – 107 фельдшер-акушер пункты, бер участка дауаханаһы, 19 амбулатория һәм дүрт дөйөм табиплыҡ офисы булдырыу.

“Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты – күп яҡлы эш, ул ашығыс ярҙамды ла, медицина ойошмаларын ҡайтанан йыһазландырыуҙы ла үҙ эсенә ала”, – ти республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Былтырғы йыл аҙағына Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлылығы 73,2 йәш тәшкил итте.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас