“Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында Өфө балалар музыка мәктәптәренең музыка ҡоралдары паркы яңыртыла, заманса ҡорамалдар һатып алына. Уҡыу процесының сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыусылар һанын арттырыу был эштең һөҙөмтәһе булып тора.
2024 йылда музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡытыу-методик әсбаптар һатып алыуға 14 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Аҡса өс сығанаҡтан – федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан бүленгән. Шул уҡ ваҡытта ярайһы ҙур сумма федераль бюджеттан ҡаралған – 13,4 миллион һум.
Атап әйткәндә, Нариман Сабитов исемендәге 1-се, 4-се, 10-сы, 13-сө, 14-се, 15-се балалар музыка мәктәптәре субсидия алды. Бөгөнгө көндә тәьмин итеүсене билдәләү буйынса конкурс процедуралары алып барыла.
– Федераль финанс ярҙамы менән йыл һайын беҙҙең балалар музыка мәктәптәрендә музыка ҡоралдарын һәм ҡорамалдарын яңыртыуға өлгәшелә. Был уҡыусыларға һәм педагогтарға оҫталыҡ кимәлен күтәрергә, профессиональ кимәлдәге фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа яңы уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләнеләр Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығында.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.