Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Февраль 2024, 16:02

Китапхана үҙ алдына яңы бурыстар ҡуя

Нефтекаманың үҙәкләштерелгән китапхана системаһы 2023 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны.     

Китапхана үҙ алдына яңы бурыстар ҡуяКитапхана үҙ алдына яңы бурыстар ҡуя
Китапхана үҙ алдына яңы бурыстар ҡуя

Нефтекама ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһында 2023 йыл йомғаҡтарына арналған “Йыл йомғаҡтары: тормошҡа ашырылған пландарҙан яңы идеяларға” семинары үтте.

Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы эшенең төп күрһәткестәре тураһында статистик мәғлүмәттәр килтерелде, шул иҫәптән халыҡты хеҙмәттәр менән солғап алыу, китапханаларға йөрөүҙәр, китап сығарыу, үткәрелгән саралар һаны. Шулай уҡ китапхана фондына анализ яһалды, уның барышында ағымдағы йылда белешмә, художестволы, балалар өсөн баҫмалар һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре һатып алыныуы билдәләнде.

Уҙған йыл “Пушкин картаһы” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ярайһы уҡ һөҙөмтәле булды: 87 сара уҙғарылған һәм дүрт меңдән ашыу билет һатылған.

Нефтекаманың 60 йыллыҡ юбилейын да билдәләмәй ҡалдырып булмай, уға китапхана системаһы сайтында ҡаланың тарихы һәм урындағы авторҙар тураһында мәғлүмәт менән махсус бүлек әҙерләнгән, шулай уҡ ҡаланың урамдары менән танышыу өсөн izi.TRAVEL сервисын файҙаланып аудиогид булдырылған.

Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы “Әҙәби профи” һәм “Китапханалар алға китеш” Бөтә Рәсәй буктрейлерҙар конкурстарында, шулай уҡ 2023 йылғы яҙыусы-юбилярҙарға арналған “Кешеләргә асыҡ йөрәк” халыҡ-ара ижади конкурсында ҡатнашты. Бынан тыш, “Бергәләп ҡаланы асабыҙ” проекты мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын алыуға конкурста еңеү яуланы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 2024 йылға пландарҙы тикшерҙе. Грант проекттарында ҡатнашырға, уҡыусылар менән яңы эш формаларын ойошторорға һәм моделле китапханалар булдырыу буйынса “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә һайлап алыуҙа ҡатнашыуға ғариза бирергә хәл ителде.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в
 
РЕКЛАМА MEDIASNIPER
 
 
Башҡорт донъяһы
27 ФЕВРАЛЬ , 20:50

Ситтәге яҡташтарҙы ташламайбыҙ

Әминә Шафиҡова Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы хаҡында һөйләне.

 
 
Ситтәге яҡташтарҙы ташламайбыҙ
 
Ситтәге яҡташтарҙы ташламайбыҙ

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы хаҡында һөйләне.

Мәҫәлән, илдең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә – Ырымбур, Свердловск, Силәбе, Өурған өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында – Юграла һәм Пермь крайында 2020 йылдан башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре уңышлы эшләп килә. Бында даими нигеҙҙә Башҡортостан белгестәре күсмә саралар уҙғара. Атап әйткәндә, 2023 йылда халыҡ ижады, башҡорт милли кейемдәрен тегеү, башҡорт телендәге китаптарҙы һәм милли уйын ҡоралдарын өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.

– Ә был төбәктәрҙән балалар быйыл Өфөгә “Тамырым – башҡорт” төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумына килә, – тине Әминә Шафиҡова. – Улар Өфөнөң төп музейҙарында буласаҡ һәм белем биреү учреждениеларына һөнәри йүнәлеш биреүсе экскурсияларҙа ҡатнашасаҡ.

Шулай уҡ ватандаштарына ярҙам итеү өсөн 2000 йылдан “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсы уҙғарыла. Быйыл унда ил төбәктәренән 89 ғаилә ҡатнашты. Конкурстың гала-концерты 2024 йылдың 6 мартында Стәрлетамаҡта уҙа.

– “Һабантуй” милли байрамы имидж сараларының береһе булды, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова. – 2023 йылда уны Рәсәйҙең 17 төбәгендә, шулай уҡ Үзбәкстанда уҙғарҙылар. Бөтәһе 1 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.

Бынан тыш, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Беларусь, Ҡазағстан, Үзбәкстан менән килешеүҙәргә өлгәшелгән. Мәҫәлән, Минскиҙағы “Шишмә” татар-башҡорт мәҙәни мираҫы” берләшмәһенә – милли костюмдар, ҡумыҙ, башҡорт тирмәһе, ә Астаналағы “Аҡбуҙат” этно-берләшмәһенә аутентик милли костюмдар комплекттары тапшырылды. Ташкенттағы башҡорт ижтимағи мәҙәни үҙәге һәм Үзбәкстандың Милли китапханаһы башҡорт телендәге әҙәбиәт алды.

Сығыш аҙағында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ил төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса маҡсатлы эш дауам ителәсәген билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканан ситтә йәшәгән ватандаштарға булышлыҡ итеү буйынса күрелгән сараларҙы ыңғай баһаланы.

– Беҙ ватандаштарыбыҙ менән эште тәртипкә һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл Пермь крайында, Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә, Мәскәүҙә “Һабантуй” байрамын үткәреүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Уларҙың ҡайһы берәүҙәренә барырға, яҡташтар менән аралашырға планлаштырам.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә 2024 йылдың яҙында Өфөлә ил төбәктәрендә республика вәкилдәре һәм башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәрергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас