“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин районының Охлебинин ауылында тантаналы шарттарҙа яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Халыҡты ҡотларға һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ирина Карамова һәм Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Сәүбәнов килде.
– Беҙ көн һайын медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу һәм унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Хөрмәтле иглиндәр, мин һеҙҙең бында бары иҫкәртеү маҡсаты менән – диспансерлаштырыу һәм күҙәтелеү өсөн генә килеүегеҙҙе теләйем. Һау-сәләмәт булығыҙ!– тине Айрат Рәхмәтуллин.
Бина тулыһынса бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Бында 14 ауыл халҡы медицина ярҙамы аласаҡ. Был өс меңгә яҡын кеше тигән һүҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.