Яңы йыл каникулдары көндәрендә Башҡортостанда онлайн форматта “Шыршы, йәшә!” акцияһы сиктәрендә ойошторолған “Яңы йыл арт-дизайны” республика конкурсының финалы булды. Сара өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһына ярҙам һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарының береһе булып тора.
– Быйыл конкурста республиканың 41 муниципалитетынан 410 белем биреү ойошмаһы уҡыусылары: мәктәптәр, өҫтәмә белем биреү ойошмалары уҡыусылары, уҡытыусылары, педагогтары, ата-әсәләре менән берлектә балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Конкурсанттар үҙҙәренең белем биреү ойошмаларының һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙең интерьерын тәбиғи материалдарҙан эшләнгән ҡул эштәре менән биҙәгән. Шулай уҡ ете меңдән ашыу бала конкурс сиктәрендә танып белеү экскурсияларында, тематик әңгәмәләрҙә, интеллектуаль уйындарҙа, социологик һорауламала, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, – тине республика балалар экологик-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Жюри ҡарары буйынса Гран-приға түбәндәгеләр лайыҡ булды:
- Бәләбәй ҡалаһының 30-сы “Алёнушка” балалар баҡсаһы – мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһында;
- Туймазы районы Серафимовка ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе – дөйөм белем биреү учреждениелары араһында.
Конкурс еңеүселәре иҫәбенә түбәндәгеләр инде:
- Ауырғазы районының Альтаир өҫтәмә белем биреү учреждениеһы;
- Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе;
- Балаҡатай районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто;
- Бишбүләк районының Айыт ауылындағы Фәтих Кәрим исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе;
- Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы;
- Межгорье ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһы;
- Мәләүез районының “Ҡайынҡай” 9-сы балалар баҡсаһы;
- Нефтекама ҡалаһының 25-се балалар баҡсаһы.
Конкурсты ойоштороусылар билдәләүенсә, белем биреү ойошмалары интерьерының сағыу, матур элементтары, иҫ киткес фотозоналар һәм кабинеттарҙың яңы йыл дизайны сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла байрам кәйефе һәм бик күп ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.