Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Декабрь 2023, 09:44

Өфөлә яңы арт-объекттар

Фотозоналар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты ярҙамында ҡуйылды

Өфөлә яңы арт-объекттарӨфөлә яңы арт-объекттар
Өфөлә яңы арт-объекттар

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (нацпроект «Туризм и индустрия гостеприимства») ярҙамында Өфөлә яңы арт-объекттар ҡуйылды. Был хаҡта ҡала округы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Мостай Кәрим урамында “Башҡорт сәйе” арт-объекты барлыҡҡа килде. Композиция сәй һауытынан һәм милли төҫтәргә буялған кәсәләрҙән тора. Биҙәү өсөн башҡорт орнаменты ҡулланылған, ул шулай уҡ “Родина” кинотеатры алдында һәм Мостай Кәрим скверында ҡуйылған кибеттәр өсөн эшләнгән.

Бынан тыш, Салауат Юлаев баҡсаһында “Йөрәк менән ҡулдар” фотозонаһы урынлаштырылды, ә Башҡорт дәүләт филармонияһы янында ярым ай рәүешендәге эскәмйә барлыҡҡа килде. Пушкин аллеяһында төрлө геометрик фигуралар эшләнә, электр селтәренә тоташтырылғандан һуң улар яҡтыртыу менән биҙәләсәк.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фотолар: bashinform.ru, vk.com

 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-12-14/f-l-ya-y-art-ob-ekttar-3565031

 

 

 

Өфөлә яңы арт-объекттар
Өфөлә яңы арт-объекттар
Өфөлә яңы арт-объекттар
Өфөлә яңы арт-объекттар
Автор:
Читайте нас