Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Декабрь 2023, 05:06

Яңы боҙ һарайы асыла

Боҙ һарайында хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнәсәктәр. Тағы...    

Яңы боҙ һарайы асылаЯңы боҙ һарайы асыла
Яңы боҙ һарайы асыла

Октябрьский ҡалаһында боҙ һарайының асылыуы көтөлә. Был спорт ҡоролмаһын Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов ҡараны. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, иң яҡшы белгестәр боҙ һарайының концепцияһын эшләгән һәм техник йәһәттән тормошҡа ашырған. Улар спортсыларға күнекмәләрҙе атҡарыуы яҡшы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышҡан.

Боҙ һарайында хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнәсәктәр. Тағы унда 50 кешегә иҫәпләнгән конференциялар үткәреү залы, 800 урынлыҡ трибуна, көс әҙерлеге һәм функциональ күнекмәләр залдары, тағы кардиозал була.

Спорт объекты быйыл йыл аҙағында сафҡа индерелә. Һөҙөмтәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстары ла тормошҡа ашырыла.

Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән “Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Ғаиләләргә бала тыуғанда финанс ярҙам”, “Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ ҡылыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу”, “Спорт – йәшәү рәүеше”.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас