Даирә
+30 °С
Облачно
Милли проекттар
4 Июля 2023, 07:38

Ағиҙелде барып күрегеҙ!

Был ҡалала төҙөк биләмәләр арта.     

Ағиҙелде барып күрегеҙ!Ағиҙелде барып күрегеҙ!
Ағиҙелде барып күрегеҙ!

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә 2021 йылда Ағиҙел ҡалаһында Сәскә бульвары төҙөкләндерелгән. Был биләмә ҡала халҡының яратҡан урындарының береһе булып тора. Хәҙер халыҡты матур сәскә түтәлдәре, уңайлы эскәмйәләр ҡыуандыра. Программа сиктәрендә бында урналар урынлаштырылған һәм тортуарҙар, автомобиль юлдары ремонтланған.

2022 йылда программа сиктәрендә 1-се мәктәптән Комсомол бульварҙарына тиклем территория ремонтлана. Быйыл Сәскә бульварынан Еңеү мемориалына тиклем биләмә төҙөкләндерелә.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ағиҙелдәр ҡалалағы сифатлы үҙгәрештәрҙе күрә. Уңайһыҙ, урыны менән емерек йәйәүлеләр юлы һәм тапалып бөткән һуҡмаҡтар урынына уңайлы асфальт түшәлгән тротуарҙар барлыҡҡа килде.  Бәләкәй архитектура формалары урынлаштырылды, шулай уҡ ҡала халҡы өсөн уңайлы ял урындары булдырыла.

Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас