Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2023, 12:10

Әҙерлек эштәре тамамланды

Подрядсы бригада участканы билдәләп, бағаналар ҡаҡҡан, әле монтажлау эштәре бара      

Әҙерлек эштәре тамамланды
Әҙерлек эштәре тамамланды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, Белорет районында яңы модулле фельдшер–акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Яңы пункт Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Черновка ауылдарын хеҙмәтләндерәсәк. Тимәк, 219 кешенең, шул иҫәптән 17 баланың, медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлеге арта.

 – Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға ярашлы һалынасаҡ, тейешле медицина ярҙамы алыу һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Бөгөн һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын юғары кимәлдә ойоштороу мөһим бурыстарҙың береһе булып тора, – тип билдәләне Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.

Модулле медицина бинаһын урынлаштырыу өсөн әҙерлек эштәре тамамланған. Подрядсы бригада участканы билдәләп, бағаналар ҡаҡҡан, әле монтажлау эштәре бара.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: