Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2023, 12:08

Беренсе урынға сыҡтыҡ!

Республикала был күрһәткес – 93 процент, Рәсәйҙә иһә 80,45 процент тәшкил иткән    

Беренсе урынға сыҡтыҡ!
Беренсе урынға сыҡтыҡ!

Быйылғы беренсе квартал һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ипотеканы һанлы форматта теркәү йәһәтенән Волга буйы федераль округында лидер булды. Республикала был күрһәткес – 93 процент, Рәсәйҙә иһә 80,45 процент тәшкил иткән. Әйткәндәй, былтыр ошо уҡ осорҙа 11,5 мең ғариза электрон рәүештә ҡабул ителгән, быйыл был һан 13,8 мең булған, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

- Дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифатын күтәреү өсөн “Росреестр” кредит ойошмалары менән электрон хеҙмәттәшлек итеү стандарты эшләнгән. Уны файҙаланыу процестарҙы автоматаштырыу һәм мәғлүмәттәрҙе алмаштырыу ваҡытын ҡыҫҡарта. Айырым алғанда, “24 сәғәт эсендә электрон ипотека” проекты граждандарға һәм эшҡыуарҙарға торлаҡ һәм коммерция биналарына мөрәжәғәт иткәндән һуң икенсе көндә үк милек хоҡуғын теркәргә мөрәжәғәт итергә булышлыҡ итә. Ә был стандарт ваҡыт иһә биштән етегә тиклем көн тәшкил итә, - тип һөйләне “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.

Ул бөгөн 18 банктың “Росреестр”ҙың төбәктәге идаралығы менән электрон хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында ла әйтте.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, ипотеканы электрон теркәүҙең Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) тормошҡа ашырыу күрһәткестәренә ҡарай.

Фото: mir24.tv

 

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: