Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2023, 09:29

Турист операторына ярҙам иткәндәр

Милли турист операторы компанияһына махсус туристик автобус һатып алыуға 13,75 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелгән.    

Турист операторына ярҙам иткәндәр
Турист операторына ярҙам иткәндәр

Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы һәм Республика лизинг компанияһы беренсе уртаҡ килешеү төҙөгән. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыу йәһәтенән, был ведомстволар Милли туроператор компанияһына махсус туристик автобус һатып алыуға 13,75 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәткән. Был ташламалы лизинг финанслауына ярашлы башҡарылған.

Быға тиклем туроператор ошондай уҡ автобусты тик РЛК ярҙамында ғына һатып алған булған. “Мәктәп туризмы” һәм “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программалары буйынса клиенттар тағы ла күбәйгәс, компания ҡабаттан лизингҡа ғариза бирә, һәм ике ведомствоның берләшеүе арҡылы башҡарылған эш тағы ла отошлораҡ булып сыға.

Дәүләт башлығы В.В. Путин иғлан иткән милли проекттарҙың береһе булған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” үҙ эше менән шөғөлләнеүселәргә ярайһы булышлыҡ күрһәтә.

Фото: biznestur.bashkortostan.ru

Автор:
Читайте нас: